Рекламный баннер 990x90px ban-1
Курс: 78.47 92.28

Ултырайыҡ әле бөгөн кис!

Ултырайыҡ әле бөгөн кис!

Ошондай исем аҫтында үткән сара менән башланып китте сираттағы Башҡорт теле һәм мәҙәниәте айлығы.

Башҡорт - халҡының йырҙары, шиғырҙары , әйтемдәре, халыҡ ауыҙ ижаты менән үрелеп барған сара бик йылы һәм матур килеп сыҡты. Ғаилә йылын иҫәбкә алып, ир-аттар һәм ҡатын - кыҙҙар командалары ярышып та алдылар, табышмаҡтар ҙа әйттеләр, үҙҙәренең өмөт - нәсихәттәрен дә еткерҙеләр.

Ҡоролтай башҡарма комитеты рәйесе Айгөл Салауат ҡыҙы барыһын да әлеге ваҡиға менән ҡотлап, айлыҡтың матур һәм йөкмәткеле үтеүен теләне!Айырыуса сараны әҙерләгән "Ағинәйҙәр" төркөмөнә, уларзын етәксеһе Т. Кармановаға рәхмәт әйтте ул.

Тыуған телебеҙҙе, милли мәҙәниәтте һаҡлауға йүнәлтелгән Башҡорт айлығына уңыштар теләйбеҙ!

1276

Оставить сообщение: