Ҡорамаларҙа - халҡыбыҙ тарихы
Элек кейем-һалымға ҡытлыҡ ваҡытында халҡыбыҙ ҡорама ярҙамында өҫ кейемдәрен яңыртҡан, көнкүреш кәрәк-яраҡтарын тегеп, юҡтан бар яһаған.
Кәрәк саҡта бер-береһе менән төҫлө тауар киҫәктәре менән алмашып, төрләндереп эшләр булғандар уны. Бөгөнгө көндә милли биҙәктәр менән һуғарылған ижад өлгөләрен күпселек осраҡта күргәҙмәләрҙә, байрамдарҙа, Һабантуйҙарҙа күрергә була. Шуныһы ҡыуаныслы, һуңғы йылдарҙа ҡорама ҡороу эшенә иғтибар ҙур, бына бөгөн дә
Ҡала милли Үҙәгендә "Ҡорама байрамы" үтте. Уны "Сәйлән" башҡорт фольклор төркеме етәксеһе Зилә Аҙнабаева әҙерләне.
Байрам сараһында саҡырылған артистар тарафынан бик күп йырҙар яңғыраны, милли бейеүҙәр башҡарылды.
Ә сараның ҡунаҡтары - "Йәш йөрәктәр" фольклор төркөмө ҡыҙҙары үҙҙәренең ҡул эштәре - ҡорама түшәк, ҡорамалы туҡымалар тураһында һөйләне, йырҙар йырлап ишеттерҙе.
Ә инде халҡымдың ҡомартҡыһы тарихы, милли кейемдәр, түшелдерек тегелгән әйбер серҙәре, боронғо йолаларыбыҙ менән Зилә Рамазан ҡыҙы таныштырып үтте.
Хәтерегеҙҙә булһа, элек һәр урындыҡта, һандыҡ өҫтөндә ҡорамалар ятыр ине.Ҡорама байрамы бик күптәр өсөн бала саҡҡа, үткәндәргә сәйәхәт кеүек тә булды.
Күңел биреп ҡорама ҡорам,
Әйтерһең йәйғор һуҙам.
Үҙемә булһа йыуаныс,
Халҡым ҡарап ҡыуаныр.
Халҡымдың был шөғөлөн
Һис ҡасан онотмайыҡ.
Матур биҙәктәр тыуҙырып
Милләт ҡотон һаҡлайыҡ!
Гөлнара Ғилемханова, милли - мәҙәни Үҙәк етәксеһе.

1210