Туған халҡыбыҙ, тотош республика өсөн үтә лә әһәмиәтле ваҡиға – Бөтөн донъя башҡорттарының VI Ҡоролтайы тамамланыуға айҙан ашыу ваҡыт үтте. 16 ғинуар көнө Милли-мәҙәни үҙәктә съезда уртаға һалып асыҡлаған мәсьәләләрҙе киң йәмәғәтселеккә еткереү ниәтенән Нефтекама ҡалаһы башҡорттарының йыйылышы үтте. Нефтекама ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Йәһүҙина Айгөл Салауат ҡыҙы килгән ҡунаҡтарҙы, ултырышта ҡатнашыусыларҙы тәбрикләне. Барыһы ла ҡала башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзалары, ҡала мәҙәниәте етәкселеге һәм төп йортобоҙҙан килгән вәкил менән яҡындан аралашты. Республика Махсус хәрби операция ветерандары Ассоциацияһы рәйесе, хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусы Башҡортостан Республикаһы башлығы хакимиәтенең йәш белгесе Ситдыҡов Оскар Эхтибар улы республика башлығы Р.Ф.Хәбировтың VI Ҡоролтайҙа һөйләгән телмәре менән таныштырҙы. Артабан сығышты 6-сы съезд делегаттары дауам итте. Йәштәр сәйәсәте, мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары тәңгәлендә һуңғы йылдарҙа уҙғарылған саралар, ыңғай күренештәр һәм, шулай уҡ, алдағы биш йылға ҡуйылған маҡсаттар тураһында Нефтекама дәүләт филармонияһы директоры вазифаһын башҡарыусы Илгиз Мәсғүт улы Миниәхмәтов, мәғарифты, фәнде, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен һаҡлау, үҫтереү секцияһы эшен ҡыҫҡаса Башҡорт гимназияһы директоры Кәримова Әлфиә Ишмөхәмәт ҡыҙы, илһөйәрлек, тарих, тыуған яҡты өйрәнеү секцияһында ҡаралған мәсьәләләр хаҡында яҡташыбыҙ Әлетдинов Рөстәм бәйән итте. Әйтергә кәрәк, Рөстәм Фәрит улы оҙаҡ йылдар дауамында ҡоролтай эшендә әүҙем ҡатнашҡаны, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының тарихын тәрәндән өйрәнеп, китаптар баҫтырыуы өсөн ошо секцияла «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы менән бүләкләнде. Ә бөгөн шул уҡ миҙалға ярты быуатҡа яҡын арымай-талмай халҡыбыҙ, республика халыҡтары ғөрөф-ғәҙәттәрен, ҡул эштәрен, милли кейемдәрен бик күп нескәлектәр аша пропагандалаусы, «Йолаларҙы һаҡлаусы» шәхси музей етәксеһе, 17-се мәктәптең педагог-китапханасыһы (музейы етәксеһе лә) Аҡмалова Рәмзилә Нәиф ҡыҙы лайыҡ булды.
Ултырышта ҡатнашыусылар республикабыҙҙа, ҡалабыҙҙа МХО ветерандарына, ҡатнашыусыларына һәм уларҙың ғаиләләренә киң йәмәғәтселек һәм етәкселек тарафынан ҙур иғтибар бирелеүенә айырыуса шатланып таралышты/
#Ҡоролтай
#Нефтекама
Ултырышта ҡатнашыусылар республикабыҙҙа, ҡалабыҙҙа МХО ветерандарына, ҡатнашыусыларына һәм уларҙың ғаиләләренә киң йәмәғәтселек һәм етәкселек тарафынан ҙур иғтибар бирелеүенә айырыуса шатланып таралышты/
#Ҡоролтай
#Нефтекама
886