Рекламный баннер 990x90px ban-1
Курс: 82.13 89.81

Нефтекамала Башҡорт теле һәм мәҙәниәте көндәрен асыуға арналған «О, мөхәббәт ‑ мәңгелектең башы!" тип аталған әҙәби — музыкаль кисә ғәжәп йылы һәм йөкмәткеле килеп сыҡты

Нефтекамала Башҡорт теле һәм мәҙәниәте көндәрен асыуға арналған «О, мөхәббәт ‑ мәңгелектең башы!" тип аталған әҙәби — музыкаль кисә ғәжәп йылы һәм йөкмәткеле килеп сыҡты.
Сәғәт ярым эсендә тамашасылар ғәжәп бай шиғырҙар донъяһына сумды. Башҡорт һәм рус классиктарының шиғырҙары, туған телдә йырҙар яңғыраны, ҡурай моңло йырланы.
Сараның режиссеры - Ләлә Килсенбаева, актерҙарҙың һүҙҙәре тамашасыларҙың күңелдәренә барып етһен өсөн, ул күп көс һалды, һәр бер әсәрҙе асып бирә алды. Шиғырҙар беҙҙе йылмайырға, уйларға, яратырға, хыялланырға мәжбүр итте, бала сағына ҡайтарҙы, хыялдар донъяһына алып китте.
Шиғырҙарҙы «Заман» башҡорт театрының үҙешмәкәр артистары уҡыны, улар араһында уҡытыусылар ҙа, эшҡыуарҙар ҙа, менеджерҙар ҙа бар. Әммә уларҙың һәр береһе сәхнәлә ысын актерға әйләнә!
Һәр актерға һүҙгә шундай ғәжәп һиҙгер мөнәсәбәте, ижад ителгән образдары, таланты һәм хеҙмәте өсөн ҙур рәхмәт!
Кисәне таланты һәм тыйнаҡлығы менән айырылып торган Нефтекама ҡалаһының башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Гүзәл Ғайсина алып барҙы. Режиссер, беҙ билдәләп үтеүебеҙсә, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ләлә Килсенбаева ине.
Башҡорт Ҡоролтайы етәксеһе Айгөл Йәһүҙинаға яңы форматтар, тырышлығы һәм ныҡышмалылығы өсөн рәхмәт. Бындай йылы, күңелле осрашыуҙарының йышыраҡ үтеүен теләйбеҙ!
Ҡала халҡын башҡорт мәҙәниәте айлығында әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ.
145

Оставить сообщение: